Рәсми бүлек
22 Февраль 2024, 02:30

Кешеләргә ярҙам итеү саф йөрәктән булырға тейеш

Рәсәй Президенты Владимир Путин билдәләүенсә, кешеләргә ярҙам итеү теләге ысын йөрәктән һәм ихлас булырға тейеш.  #ВладимирПутин

Кешеләргә ярҙам итеү саф йөрәктән булырға тейешКешеләргә ярҙам итеү саф йөрәктән булырға тейеш
Кешеләргә ярҙам итеү саф йөрәктән булырға тейеш

Уның һүҙҙәренсә, медицина персоналының квалификацияһын күтәреп кенә  быға өлгәшеп булмай. Был фекерҙе ул Ҡазанда "Наташа" хосписының яңы бинаһын асыу тантанаһында ҡатнашҡандар менән видеоэлемтә аша аралашып,  белдергән. Хосписта эшләүсе медицина хеҙмәткәрҙәренә мөрәжәғәт итеп, Президент, уларҙың ярҙамында "бик психологик нескә, ҡатмарлы, әммә конкрет кеше һәм дөйөм алғанда йәмғиәт өсөн мөһим булған бурыстар" хәл ителә тигән.

     Ҡазанда өлкән пациенттар өсөн "Наташа" хосписының яңы бинаһы төҙөлгән. Уның майҙаны яҡынса 8,5 мең квадрат метр тәшкил итә, хоспис 80 койка урынҡа иҫәпләнгән.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас