Рәсми бүлек
7 Март 2024, 03:00

Путин СССР тарҡалыу сәбәптәрен атаған

Советтар Союзы тәү сиратта эске сәбәптәр арҡаһында тарҡалды, тип белдергән Рәсәй Президенты Владимир Путин Бөтә донъя йәштәр фестивалендә ҡатнашыусылар менән осрашыуҙа. #ВладимирПутин

Путин СССР тарҡалыу сәбәптәрен атағанПутин СССР тарҡалыу сәбәптәрен атаған
Путин СССР тарҡалыу сәбәптәрен атаған

«Советтар Союзы бер нисә сәбәп арҡаһында йәшәүҙән туҡтай. Был тәү сиратта эске сәбәптәр», — тигән Президент.

2005 йылда Федераль йыйылышҡа мөрәжәғәтнамәһендә Путин СССР-ҙың тарҡалыуын «быуаттың иң ҙур геосәйәси һәләкәте»тип атағайны. Һуңыраҡ ул был фекерҙе бер нисә тапҡыр ҡабатлай. 2019 йылда Президент СССР тарҡалыуына уның етәкселегенең һөҙөмтәһеҙ иҡтисади сәйәсәте сәбәпсе булыуын белдерә, ул сәйәси өлкәгә лә йоғонто яһай.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас