+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
27 Март , 10:15

Путин миграция өлкәһендә тәртип булдырырға ҡушты

Мигранттар ил ҡанундарын үтәргә тейеш.

Путин миграция өлкәһендә тәртип булдырырға ҡушты
Путин миграция өлкәһендә тәртип булдырырға ҡушты

Рәсәй президенты Владимир Путин Генераль прокуратураға енәйәтселеккә ҡаршы сараларҙы, шул иҫәптән миграция өлкәһендә лә, ҡәтғиләндерергә ҡушты. Был хаҡта ул Генераль прокуратура коллегияһы ултырышында белдерә, уның трансляцияһы Кремлдең Telegram-каналында алып барыла.

"Былтыр ҡайһы бер енәйәттәр буйынса ҙур булмаһа ла үҫеш күҙәтелгән. Был хәлде ентекләп анализларға һәм енәйәтселеккә ҡаршы саралар системаһын уйлап табырға кәрәк», — тине дәүләт башлығы.

Ул Генераль Прокуратураға Эске эштәр министрлығы һәм башҡа хоҡуҡ һаҡлау органдары менән берлектә эшләргә ҡушты.

Бынан алда дәүләт башлығы мигранттарҙың Рәсәй закондарын үтәүҙе контроль аҫтына алырға әйткәйне.

Автор:Динара Сафиуллина
Читайте нас: