Президент В. Путин Алтай крайы губернаторы Виктор Томенко һәм Ырымбур өлкәһе башлығы Денис Паслерҙың докладтарын тыңлаған. Бынан тыш, ул Рәсәй ғәҙәттән тыш хәлдәр министры Александр Куренков менән ташҡынға бәйле хәл тураһында һөйләшеү үткәргән.
Докладтан, Алтайҙа 254 йорт яны участкаһын, юлдарҙы һәм күп йорттар ташҡын һыуы баҫҡаны билдәле булды. Ике автомобиль юлы участкаһы ябылған, бер күпер һыу аҫтында ҡалған.