+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
11 Апрель , 08:30

Рәсәйҙә фиктив никахтарға ҡаршы көрәш башлана

Хәҙер сит ил кешеләренә ике йыллыҡ никахты раҫларға кәрәк буласаҡ. Тейешле закон проектын Дәүләт Думаһы депутаттары  беренсе уҡыуҙа ҡабул иткән. #ВладимирПутин

Рәсәйҙә фиктив никахтарға ҡаршы көрәш башлана
Рәсәйҙә фиктив никахтарға ҡаршы көрәш башлана

Рәсәйҙә ваҡытлыса ябайлаштырылған формала йәшәүгә рөхсәт алыу тәртибе ҡатылана.

     Яңы закон буйынса,  сит ил кешеләренә Рәсәйҙә йәшәүгә рөхсәт алыу өсөн  ир менән ҡатындың береһе һәм балаһы рәсәйле булырға тейеш. Ике йыллыҡ никах  мәсьәләһе суд аша раҫланырға тейеш.

      Әгәр сит ил кешеһе уртаҡ балаға ҡарата ата-әсәлек хоҡуғынан мәхрүм ителгән йәки никахты суд ғәмәлдән сығарған икән, ваҡытлыса йәшәүгә рөхсәт бирелмәй йәки ғәмәлдән сығарыла.

Рөхсәт документтарын алыуҙың яңы механизмы сит ил граждандары менән төҙөлгән фиктив никахтарға ҡаршы көрәшкә йүнәлтелгән.

        Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, быға тиклем ваҡытлыса йәшәүгә рөхсәт алыу өсөн рәсәй паспорты булған гражданға өйләнеү етә ине. Әйтәйек, 2022 йылда 60 000-гә яҡын ошондай документ бирелгән. Иң күп рөхсәт тажикстан 31 284 һәм әзербайжан 6682 граждандарына бирелгән.

     Владимир Путин Красногорскийҙағы теракттан һуң миграция сәйәсәтен үҙгәртергә ҡушҡайны.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас: