-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
18 Апрель , 08:34

Ташҡындан зыянды ваҡытында һәм кисектергеһеҙ баһалау талап ителә

Ил төбәктәрендә ташҡындан килгән зыянды комиссиялар кисекмәҫтән һәм тотҡарлыҡһыҙ баһаларға тейеш, тип белдергән Рәсәй Президенты Владимир Путин Хөкүмәт ағзалары менән үткәргән кәңәшмәлә. #ВладимирПутин

Ташҡындан зыянды ваҡытында һәм кисектергеһеҙ  баһалау талап ителә
Ташҡындан зыянды ваҡытында һәм кисектергеһеҙ баһалау талап ителә

РФ Төҙөлөш министрлығы етәксеһе Ирек Фәйзуллиндың докладын тыңлап, «Билдәләнгән тәртиптә зыянды баһалау буйынса эште ваҡытында ойошторорға кәрәк.   Һыу ҡайтыу менән шунда уҡ комиссиялар эшләргә тейеш», — тип һыҙыҡ өҫтөнә алған Президент .

     Путин шулай уҡ, һыу ҡайтҡас, зыян күргән муниципалитет башлыҡтары менән кәңәшмә үткәрәсәген белдергән. Унда инфраструктураны һәм торлаҡты тергеҙеүгә бәйле мәсьәләләр тикшереләсәк.

     Рәсәй төбәктәрендә ташҡын март аҙағында башланды. Ташҡындан Ҡурған, Ырымбур, Төмән һәм башҡа өлкәләр зыян күрҙе, бөтә ил буйынса меңәрләгән кеше эвакуацияланды. Ырымбурҙа һыу ҡайта бара, әле ҙур һыу Төмән өлкәһенең тораҡ пункттарына яҡынлаша.

   Ғәҙәттән тыш хәлдәр министры  Александр Куренков һүҙҙәренсә,  урындарҙағы ташҡындың сәбәбе,  ҡарҙың күплеге, уның ҡапыл йылытып иреүе һәм мул ямғыр яуыуы тора. Ул быйылғы ташҡынды һуңғы тиҫтә йыл эсендә рекордлы тип атаған.

   Ил буйынса ташҡындан күрелгән зыян әлегә тулыһынса билдәле түгел. Әйтәйек,  Ырымбур өлкәһе губернаторы Денис Паслер белдереүенсә,  төбәк ташҡындан яҡынса 40 миллиард һумлыҡ зыян киргән.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас: