+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
25 Апрель , 08:38

БАМ магистрале Рәсәй өсөн мөһим объект

       Ил Президенты В. Путин Байкал-Амур магистрале (БАМ) Рәсәйҙең экспорт мөмкинлектәрен арттырыуға, илдең иҡтисади үҫешенә тос өлөш индерә тигән.  #ВладимирПутин

БАМ магистрале Рәсәй өсөн мөһим объект
БАМ магистрале Рәсәй өсөн мөһим объект

Ул уны БАМ тимер юлы төҙөлөшө башланыуға 50 йыл тулыуға арналған сарала белдергән. Президент магистралде үҫтереү буйынса булған пландар тормошҡа ашырыласағын һыҙыҡ аҫтына алған.

"Был проект илебеҙгә тарихи яҡтан кәрәк ине. Алыҫ XIX быуатта уҡ Байкал аръяғын һәм Амур буйын транспорт менән бәйләү тәҡдимдәре булған», — тигән В. Путин.

       ХХ быуат башында буласаҡ төҙөлөш урынын өйрәнә башлайҙар. Ә, Бөйөк Ватан һуғышы алдынан һәм унан һуң айырым участкалар һалына башланған.  

   Тимер юл төҙөлөшө 1974 йылдың апрелендә башлана. БАМ-дың артабанғы үҫеше, евразия транспорт системаһының мөһим звеноһы сифатында Рәсәйҙең экспорт һәм транзит мөмкинлектәрен арттырыуға хеҙмәт итергә тейеш.

БАМ-дың өсөнсө үҫеш этабында  юлдың бөтә оҙонлоғонда  икенсе тимер юл һыҙатын  һалыу планлаштырыла.

      "Асылда, 300 — ҙән ашыу яңы инфраструктура объекттары, шул иҫәптән Северомуй, Кузнецов һәм Кодар тоннелдәренең дублерҙары, Амур аша яңы күпер сафҡа индереләсәк», - тигән Президент.

Алдағы ун йылда Көнсығыш тимер юлы аша йөк ташыу күләме йылына 270 миллион тонна кимәленә сығырға тейеш.

     Байкал-Амур магистрале (БАМ) Иркутск өлкәһе, Байкал аръяғы крайы, Амур өлкәһе, Бурятия, Якутия һәм Хабаровск крайы территорияһы аша үтә. БАМ-дың дөйөм оҙонлоғо 4,3 мең км тәшкил итә. Магистраль Транссебер тимер юлы менән тоташҡан.

Әлеге ваҡытта Тайшет станцияһынан Лена станцияһына тиклем ике юллы тимер юл (704 км) һәм Ленанан Таксимо станцияһына тиклем бер юллы тимер юл (725 км) төҙөлгән. БАМ-дың ҡалған участкаһында бер юллы  тимер юл сафта.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас: