Осрашыу тар составта үтә. Программа буйынса уға 45 минут бирелгән, һуңыраҡ киңәйтелгән составта һөйләшеүҙәр буласаҡ.
Рәсәй делегацияһына Сит ил эштәре министры Сергей Лавров, оборона министры Андрей Белоусов, Финанс министрлығы башлығы Антон Силуанов, Именлек Советы секретары Сергей Шойгу, беренсе вице-премьер Денис Мантуров, Вице-премьерҙар Александр Новак һәм Дмитрий Чернышенко, илсе Игорь Моргулов инә.
Шулай уҡ Пекинға Президент хакимиәте башлығы урынбаҫары Максим Орешкин, Президент ярҙамсыһы Юрий Ушаков, Үҙәк банк етәксеһе Эльвира Нәбиуллина, ФСВТС директоры Дмитрий Шугаев һәм «Роскосмос» башлығы Юрий Борисов килгән.
В. Путиндың Ҡытайға сәфәре ике көн дауам итәсәк — 16 һәм 17 майҙа. Баш ҡаланан тыш, ул Харбинға барасаҡ. Был Рәсәй Президентының инаугурациянан һуң сит илгә тәүге сәфәре.
Быға тиклем Путин Пекинда 2023 йылдың октябрендә булғайны, ул «Бер билбау, бер юл» форумында ҡатнашҡайны.