-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
30 Май , 15:25

Һайлау 8 сентябрҙә була

Бөгөн Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары «Башҡортостан Республикаһы Башлығын һайлауҙы тәғәйенләү тураһында» ҡарар ҡабул итте.

Һайлау 8 сентябрҙә була
Һайлау 8 сентябрҙә була

Бөгөн Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары «Башҡортостан Республикаһы Башлығын һайлауҙы тәғәйенләү тураһында» ҡарар ҡабул итте.

 «Башҡортостан Республикаһының Һайлау тураһында кодексына ярашлы, республика етәксеһен һайлау 8 сентябргә тәғәйенләнде, — тип хәбәр итте Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев. — Тейешле ҡарар ҡабул ителгәс, рәсми рәүештә республиканың иң юғары вазифалы кешеһен һайлау буйынса кампания башлана. Сәйәси партияларҙан кандидаттар тәҡдим ителә. Башҡортостан Конституцияһына ярашлы, республика Башлығы итеп 30 йәше тулған, илебеҙ биләмәһендә даими йәшәгән Рәсәй Федерацияһы гражданы һайлана ала. Кандидаттың сит ил дәүләте гражданлығы йә иһә сит илдә йәшәп тороуға таныҡлығы йәки сит дәүләт территорияһында даими йәшәүгә хоҡуғын раҫлаған башҡа документы булырға тейеш түгел».

Республика Башлығын һайлау — төбәктең алдағы биш йылға үҫеш йүнәлешен билдәләгән мөһим ижтимағи-сәйәси ваҡиға, тине парламент спикеры.

«Алдағы һайлау республика үҫеше өсөн оло әһәмиәткә эйә, — тине Константин Толкачев. — Унда ҡатнашыу — һәр һайлаусының законлы хоҡуғы. Республика Башлығын һайлауҙа беҙ стратегия һәм программа өсөн тауыш бирәбеҙ, киләсәгебеҙҙе һайлайбыҙ».

ФОТО: ufa.siss.ru

 

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас: