Луганск һәм Донецк халыҡ республикаларында, шулай уҡ махсус хәрби операция барышында Херсон һәм Запорожье өлкәләрендә һәләк булған Тәфтиш комитеты хеҙмәткәрҙәренең ғаиләләренә 5 миллион һум аҡса түләнәсәк. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың тейешле указы хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылып сыҡты. Түләү иргә йәки ҡатынға, ата-әсәләргә һәм бәлиғ булмаған балаларға тигеҙ өлөштә бүленәсәк.
СВО-ла яраланған, контузия йә башҡа йәрәхәттәр алған Тәфтиш комитеты хеҙмәткәрҙәренә 3 миллион һум аҡса бирелә.
Дәүләт башлығының указы 2022 йылдың 24 февраленән барлыҡҡа килгән хоҡуҡ мөнәсәбәттәренә тарала.
Тулыраҡ мәғлүмәт һылтанма буйынса түбәндәге документта.