-6 °С
Болотло
Рәсәйҙең “Берләшкән суднолар төҙөү корпорацияһы” һәм Баҡы суднолар эшләү заводы берлектә нефть продукттарын ташыу өсөн йылға-диңгеҙ класындағы заманса танкерҙар сығарыуға тотона, тип белдерҙе Рәсәй Президенты Владимир Путин Баҡыла Әзербайжан Президенты Илһам Алиев менән һөйләшеүҙәр йомғаҡтары буйынса. Уның һүҙҙәренсә, был танкерҙарҙы Азов-Ҡара диңгеҙ һәм Каспий маршруттарында ҡулланыу «донъя баҙарына энергия ресурстарын тәьмин итеүҙе һиҙелерлек өлөш индереп, арттырырға мөмкинлек бирәсәк”.