Милли проектҡа арналған стратегик сессияла Рәсәй Хөкүмәте башлығы Михаил Мишустин ошондай йөкләмә биргән. Премьер-министр ведомстволарҙы эшкә һәләтле эшһеҙ граждандарҙың үҙенсәлектәрен мониторинглау менән шөғөлләнергә саҡырҙы (уларға инвалидтар, пенсия алды йәшендәге кешеләр, декрет ялындағы ҡатын-ҡыҙҙар һәм башҡалар инә). Был дәүләт ярҙамы сараларын уларҙың шәхси ихтыяждарына яраҡлаштырырға ярҙам итәсәк.
Шулай уҡ Мишустин компанияларҙың ихтыяждарына ярашлы белгестәр әҙерләүҙең мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Ул йыл һайын эш биреүселәрҙән һорау алыуҙар үткәреү һәм кадрҙар ихтыяжының биш йыллыҡ прогнозына төҙәтмәләр индереү кәрәклеген әйтте. Бынан тыш, федераль ведомстволар 2023 йылға билдәләнгән сумма менән сағыштырғанда 2030 йылға минималь эш хаҡы күләмен ике тапҡырға арттырыу тураһында ҡарарҙы милли проектҡа индерергә тейештәр.
МИНИМАЛЬ ЭШ ХАҠЫ КҮЛӘМЕН ике тапҡырға тиерлек арттырырға Петербург Халыҡ-ара иҡтисади форумы барышында Рәсәй Президенты Владимир Путин әйткәйне.
Ул шулай уҡ минималь эш хаҡының индексацияһы иҡтисадта дөйөм эш хаҡының артыуына бәйле буласағын белдергәйне.