Түләүҙән тыш, Путин «күп балалы ғаиләләрҙең тормош этаптары тураһында» телетапшырыуҙар циклын булдырыу мәсьәләһен дә тикшерергә ҡушҡан. Хөкүмәткә «балаларҙа традицион Рәсәй рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрен һаҡлауға һәм нығытыуға йүнәлтелгән мәктәп ата-әсәләре берләшмәһенең социаль әһәмиәтле башланғыстарына ярҙам итеү механизмын булдырыу тураһында» мәсьәләнелә ҡарарға кәрәк. Был йүнәлешкә Премьер-министр Михаил Мишустин яуаплы. Доклад 1 декабргә әҙер булырға тейеш.
Президент ҡушыуы буйынса «Был беҙҙең ғаиләлә» конкурсын ил хөкүмәте «Рәсәй — мөмкинлектәр иле» коммерция булмаған ойошма менән берлектә бюджет иҫәбенә йыл һайын үткәрергә тейеш.
Рәсәйҙә “Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ” көнө Владимир өлкәһе Муром ҡалаһы халҡы тәҡдиме буйынса 2008 йылдан билдәләнә башланды.
Шул ваҡыттан алып йыл һайын был көндә байрам саралары үткәрелә, «Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн» миҙалдары тапшырыла.Миҙалтураһындаположениеғаярашлы, уларҙы 25 йылдан ашыу никахта йәшәгән, «балаларын йәмғиәттең лайыҡлы ағзалары итеп тәрбиәләгән» билдәлелек алған ир менән ҡатын алыуы мөмкин.
2022 йылда Владимир Путин “Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөн” рәсми байрам иткәйне.