Ядро ҡоралын ҡулланыу шарттарын билдәләү өлөшөндә бер нисә аныҡлыҡ индерергә тәҡдим ителде.
Мәҫәлән, дәүләттәр һәм хәрби союздар категорияһы киңәйтелә. Хәрби хәүефтәр янау осраҡтары исемлеге тулыландырылған.
Доктринаның яңыртылған редакцияһында ядро ҡоралына эйә булмаған, әммә ядро ҡораллы ил ярҙамында йәки ҡатнашлығында Рәсәйгә ҡаршы агрессия янаған осраҡ, берлектәге һөжүм булараҡ ҡараласаҡ, тип белдергән Владимир Путин.
Доктринаға ярашлы, Рәсәйгә дошман яғынан һауа-космос һөжүме сараларының күпләп старт алыуы тураһында ышаныслы мәғлүмәт булғанда, шунда уҡ ядро яуабы буласаҡ. В. Путин, бындай һөжүм сараларына стратегик һәм тактик авиация самолеттары, ҡанатлы ракеталар, пилотһыҙ аппараттар, гипертауышлы һәм башҡа осоу аппараттары инә тип аныҡлыҡ индергән.