-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
2 Октябрь , 17:53

Бер категория бюджет хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы артасаҡ

Рәсәй Хөкүмәте киләһе йылда социаль өлкә хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын 13,2 процентҡа индексациялауҙы тәҡдим итә.   #Владимир Путин

Бер категория бюджет хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы артасаҡ
Бер категория бюджет хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы артасаҡ

Проектҡа тәү сиратта медицина хеҙмәткәрҙәре, уҡытыусылар, юғары уҡыу йорттары уҡытыусылары, ғалимдар һәм социаль хеҙмәткәрҙәр, йәғни РФ Президентының май указдарында телгә алынғандарҙың барыһы ла эләгәсәк.

        Министрҙар кабинеты тәҡдиме менән 2025 йылда ошо өлкәлә эшләүселәрҙең эш хаҡын 13,2 процентҡа, 2026 йылда - 10,2 процентҡа, ә 2027 йылда 8,3 процентҡа арттырыу ҡаралған. Шул уҡ ваҡытта судьялар, дәүләт учреждениелары хеҙмәткәрҙәре, прокурорҙар, тәфтиш комитеты хеҙмәткәрҙәре һәм федераль кимәлдәге дәүләт хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡы киләһе йылдан 4,5 процентҡа һәм тағы киләһе ике йылда 4 процентҡа күтәреләсәк. Финанс министрлығы был маҡсатҡа йылына 114,6 миллиард һум бүлергә ниәтләй.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас: