"Декабрҙең икенсе яртыһында берләштерелгән формат: тура бәйләнеш элементтары менән йыл һайын үткәрелеүсе ҙур матбуғат конференцияһы үтәсәк. Датаһы һуңыраҡ иғлан ителәсәк ",-тине ул.
Сара алдынан Президент хакимиәте граждандарҙан һорауҙар йыя. Шулай уҡ, Путин залда буласаҡ рәсәй һәм сит ил журналистарының һорауҙарына яуап бирәсәк. 2023 йылда Дәүләт башлығының тура бәйләнеше менән берләштерелгән матбуғат конференцияһы 14 декабрҙә үткәйне. Ул дүрт сәғәт дүрт минут дауамында барғайны. Был ваҡыт эсендә президент 67 һорауға яуап бирҙе. Уларҙың 26-һын граждандар һәм 33-н киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре, шул иҫәптән Төркиә, Ҡытай, АҠШ, Франция, Серб Республикаһы журналистары биргәйне.