Административ яуаплылыҡты ҡабаттан боҙған өсөн максималь штраф 60 миллион һум тәшкил итергә мөмкин, тип билдәләнә. Белеүебеҙсә, 9 ноябрҙә Рәсәй Президенты Владимир Путин законһыҙ миграцияны ойоштороу һәм аралашсылыҡ өсөн язаны ҡатыландырыусы законға ҡул ҡуйғайны. Енәйәт һәм енәйәт-процессуаль кодекстарға индерелгән төҙәтмәләр законһыҙ миграция менән бәйле бер нисә енәйәт өсөн язаны ҡатыландыра. Атап әйткәндә, һүҙ Рәсәй Федерацияһына сит ил кешеләренең законһыҙ инеүен һәм килеүен ойоштороу тураһында бара. Хәҙер законды боҙған өсөн ике йылдан биш йылға тиклем иркенән мәхрүм итеү мөмкин (элек түбәнге сик билдәләнмәгән). Өҫтәмә яза 500 мең һум күләмендә штраф йәки өс йылдағы килем күләмендә штраф булыуы мөмкин.