-10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
28 Ноябрь , 10:07

Путин менән Токаев Астанала нимә тураһында һөйләшеп килеште

Хәҙер республика властары АЭС төҙөлөшө подрядсыһын һайлай. #Владимир Путин

Путин менән Токаев Астанала нимә тураһында һөйләшеп килеште
Путин менән Токаев Астанала нимә тураһында һөйләшеп килеште

     Кисә Рәсәй президенты Владимир Путин Астанаға килде һәм Ҡаҙағстан президенты Ҡасым-Жомарт Токаев менән һөйләшеүҙәр үткәрҙе. Бөгөн унда ОДКБ саммиты үтәсәк.

    Кремлдә белдереүҙәренсә, был сәфәр «Рәсәй менән Ҡаҙағстан араһындағы стратегик партнерлыҡ һәм союздашлыҡ мөнәсәбәттәренең юғары кимәлен сағылдыра, улар тиң хоҡуҡ, ихтирам һәм үҙ-ара мәнфәғәттәрҙе иҫәпкә алыу, территориаль бөтөнлөк, бер-береһенең эске эштәренә ҡыҫылмау принциптарына ярашлы эҙмә-эҙлекле үҫешә». Был 2024 йылда президенттарҙың алтынсы шәхси осрашыуы.  Һуңғы тапҡыр улар октябрҙә Ҡазанда, БРИКС саммитында осрашҡайны. Аэропортта Путинды Токаев шәхсән ҡаршы алды. 

     Президенттарһың һөйләшеүҙәре барышында, ике ил министрлыҡ вәкилдәре тағы ла 19 документҡа ҡул ҡуйҙы. Ул  2024-2028 йылдарға төбәк-ара һәм сик буйы хеҙмәттәшлек программаһынан һәм һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә хеҙмәттәшлек буйынса хөкүмәт-ара килешеүҙән алып Рәсәй һәм Ҡаҙағстан компаниялары араһында, юстиция министрлыҡтары араһында хеҙмәттәшлек тураһында бер нисә килешеүҙе үҙ эсенә ала.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас: