-10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
29 Ноябрь , 15:37

Путин һанлы валютаға һалым һалыу тураһында законға ҡул ҡуйҙы

Рәсәй Президенты Владимир Путин һанлы валютаға һалым һалыуҙы көйләүсе законға ҡул ҡуйҙы.  #Владимир Путин

Путин һанлы валютаға һалым һалыу тураһында законға ҡул ҡуйҙы
Путин һанлы валютаға һалым һалыу тураһында законға ҡул ҡуйҙы

Ҡануниәткә ярашлы, цифрлы валюта милек булараҡ ҡарала. Шулай уҡ был цифрлы инновациялар өсөн эксперименталь хоҡуҡи режим (ЭПР) сиктәрендә халыҡ-ара сауҙала ҡулланылған валютаға ҡағыла. Бынан тыш, майнинг һәм цифрлы валюта һатыуҙан НДС һалымы булмай. Шулай уҡ эксперименталь хоҡуҡи режим (ЭПР) сиктәрендә килешеүҙәр алып барған ойошмаларҙың хеҙмәттәре өсөн һалым түләргә кәрәкмәй.

     Майнинг инфраструктураһы операторҙары һалым органдарына үҙ хеҙмәттәрен ҡулланыусылар тураһында мәғлүмәт бирергә бурыслы.

Бындай мәғлүмәттәрҙе ваҡытында тапшырмаған осраҡта 40 мең һум күләмендә штраф ҡаралған. Килемгә һәм табышҡа һалымға килгәндә, майнинг һөҙөмтәһендә алынған цифрлы валюта тәбиғи килем булараҡ ҡараласаҡ. Документҡа ярашлы, уның хаҡы баҙар хаҡтары буйынса билдәләнәсәк. Шул уҡ ваҡытта цифрлы валютаны һатып алыуҙан, һатыуҙан йәки башҡа операцияларҙан килгән килемгә НДФЛ  ике баҫҡыслы шкала буйынса һалына: 2,4 миллион һумға тиклемге килемгә 13 процент һәм ошонан артҡан суммаға 15 процент.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас: