Рәсми бүлек
16 Ғинуар 2025, 03:49

Ишембайға "Хеҙмәт батырлығы ҡалаһы" исеме бирелде

Рәсәй Президенты Владимир Путин илдең ете ҡалаһына «Хеҙмәт батырлығы ҡалаһы» исемен биреү тураһында указға ҡул ҡуйҙы. #Владимир Путин  

Ишембайға «Хеҙмәт батырлығы ҡалаһы " исеме бирелдеИшембайға «Хеҙмәт батырлығы ҡалаһы " исеме бирелде
Ишембайға «Хеҙмәт батырлығы ҡалаһы " исеме бирелде

Указда “Хеҙмәт батырлығы ҡалаһы” исемлегенә Үрге Пышма, Зеленодольск, Ишембай, Ҡурған, Ленинск-Кузнецкий, Миәс һәм Салехард ҡалалары ингән.

 “Ҡала халҡының 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә ҙур өлөш индергәне, сәнәғәт предприятиеларында хәрби һәм граждан продукцияһын өҙлөкһөҙ етештереүҙе тәьмин иткәне, шул уҡ ваҡытта күпләп хеҙмәт ҡаһарманлығы һәм фиҙакәрлеге күрһәткәне өсөн", — тиелә указда.

«Хеҙмәт батырлығы ҡалаһы» исеменә кандидаттарҙы Президент кисә үткән «Еңеү» ойоштороу комитеты ултырышында атаған.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас