"Төрлө йәштәге граждандарҙың, шул иҫәптән, әлбиттә, йәштәрҙең ижади эшмәкәрлеге өсөн киңлекте киңәйтергә кәрәк. Улар үҙҙәре йәшәгән, уҡыған төбәктәрҙә урынын табып, мөмкинлектәрен тормошҡа ашырыу өсөн ыңғай яҡтарҙы күрергә тейеш", - тине Дәүләт Башлығы видеоконференция режимында АСИ-ның күҙәтеү советы ултырышында. Йәштәрҙең төбәктәрҙә мөмкинлектәре күберәк булырға тейеш, тип белдерҙе Владимир Путин.