Һөйләшеүҙә һүҙ Мысырҙа беренсе атом электр станцияһы төҙөү һәм Суэц каналы районында Рәсәй сәнәғәт зонаһын булдырыу кеүек ике яҡлы проекттарҙан тыш, Яҡын Көнсығыш тураһында ла барған. Йәғни Сүриәләге үҙгәрештәр, суверенитетҡа һәм территориаль бөтөнлөккә хөрмәт, уның бөтә граждандарының хоҡуҡтарын тәьмин итеү тураһында,Израил менән Палестинаның ХАМАС хәрәкәте араһында төҙөлгән килешеү тураһында ла һөйләшеү булған. Рәсәй лидеры Мысырҙың һәм башҡа илдәрҙең аралашсылыҡ тырышлығын юғары баһалай. Шәмбе, 25 ғинуарҙа, Израил төрмәләрендәге тотҡондарҙы Газа секторындағы заложниктарға алмаштырыу планлаштырыла. Беренсе исемлектә Израил гражданлығына эйә Рәсәй гражданы Александр Труфанов та бар. Әммә Израилдәге илселектә уның яраланғанлығы тураһында мәғлүмәт бар. Хәле яҡшынан түгел, шуға ла Труфановты азат итеү өс-дүрт аҙнанан һуң ғына мөмкин буласаҡ.
ФОТО: pablic.tvzvezda.ru