Рәсми бүлек
20 Марта 2025, 10:51

Шәхси һорауҙарығыҙ булһа...

9 апрелдә Башҡортостан Башлығы Хакимиәте граждандарҙы шәхси һорауҙары буйынса ведомство-ара күсмә ҡабул итеү үткәрә.

Ҡабул итеүҙә РФ Социаль фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһе, РФ Хеҙмәт Министрлығының «Башҡортостан буйынса медицина-социаль экспертиза баш бюроһы», «Ватанды Һаҡлаусылар» дәүләт фондының төбәк бүлексәһе, Рәсәй Юристар ассоциацияһының Башҡортостан бүлексәһе, шулай уҡ Башҡортостан Республикаһының ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау, Һаулыҡ һаҡлау, Мәғариф министрлығы, Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, Төҙөлөш һәм архитектура, Транспорт һәм юл хужалығы, Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология, Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлыҡтары вәкилдәре ҡатнашасаҡ.
Әбйәлилдәрҙе 11.00 сәғәттән 13.00 сәғәткә тиклем район мәҙәниәт йортонда (Асҡар, Ленин урамы, 43) ҡабул итәсәктәр. Үҙең менән паспорт һәм, мөмкин булһа, ҡағыҙҙа яҙма мөрәжәғәт булырға тейеш.
8 (34772) 2-15-10 телефоны аша 20 марттан эш көндәрендә иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға тиклем (13.00-14.00 сәғәткә тиклем төшкө аш ваҡыты) алдан яҙылырға кәрәк.

Автор:
Читайте нас