Рәсми бүлек
24 Апреля 2025, 02:25

Путин армияны үҫтереү буйынса яңы йөкләмәләр бирҙе

 Президент Владимир Путин хәрби-сәнәғәт комиссияһы ултырышын үткәрҙе, унда Ҡораллы көстәрҙе үҫтереүгә бәйле мәсьәләләр тикшерелде. #ВладимирПутин

Путин армияны үҫтереү буйынса яңы йөкләмәләр бирҙеПутин армияны үҫтереү буйынса яңы йөкләмәләр бирҙе
Путин армияны үҫтереү буйынса яңы йөкләмәләр бирҙе

В. Путин билдәләүенсә, Оборона министрлығы һәм ОПК предприятиелары хәрби хәрәкәттәр тәжрибәһен иҫәпкә алып, ҡорал һәм техника өлгөләрен камиллаштырыуҙы дауам итергә тейештәр. Ҡоралдарҙы хәрби хәрәкәттәрҙең үҙгәреүсән формаларына яраҡлаштырырға кәрәк. 2024 йылда бөтә оборона предприятиелары  дәүләт оборона заказын тулы күләмдә, ваҡытында, ҡайһы бер ҡорал төрҙәре буйынса графиктан алда үтәгән. Үткән йылда Рәсәй ғәскәрҙәре дүрт меңдән ашыу бронетанк ҡоралы, 180 хәрби самолет һәм вертолет алған. Радиоэлектрон көрәш сараларын сығарыу ике тапҡырға артҡан.

      Алдағы бурыстар: FPV-дрондар етештереүҙе арттырыу; хәрби көстәрҙә яһалма интеллектты ҡулланыу мөмкинлеген арттырыу; бөтә разведка төрҙәре өсөн ҡулланыласаҡ орбиталь төркөмдө ваҡытында төҙөүҙе тамамлау; лазер комплекстарын эшләүҙе тиҙләтеү һ.б.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас