Рәсми бүлек
29 Мая 2025, 02:50

Полистирол ҡулланыу сикләнә

Рәсәй Федерацияһы  Тәбиғәт министрлығы аҙыҡ-түлек сәнәғәтендә полистирол ҡулланыуҙы сикләргә теләй. #ВладимирПутин

Полистирол ҡулланыу сикләнәПолистирол ҡулланыу сикләнә
Полистирол ҡулланыу сикләнә

        Полистирол - тәү сиратта икенсел ресурстар баҙары өсөн яраҡһыҙ. Полистиролды эшкәртеү ҡатмарлы, һауаны бысратыуға килтерә һәм уны дөйөм ҡалдыҡтар ағымынан айырып алыу мөмкин булмауы арҡаһында иҡтисади яҡтан маҡсатҡа яраҡһыҙ тип һанала. Тыйыу аҙыҡ өсөн төргәктәр, шул иҫәптән тауыҡ йомортҡаһы өсөн контейнерҙар ҡулланыуға ҡағыла. Күбекләнгән полистирол урынына министрлыҡта картон ҡулланырға тәҡдим итәләр, был тәҡдим әлегә өйрәнеү стадияһында.

       Бынан алда, РФ Президенты Владимир Путин Байкал күле тирәләй  райондарҙа пластик һәм башҡа тарҡалмаҫ һауыт-һаба һәм төргәк ҡулланыуҙы этаплап тыйырға ҡушҡайны. Шулай уҡ бындай продукцияға күлдең бысраныуы тураһында иҫкәртеү менән махсус маркировка ҡуйыу мөмкинлеге тикшерелә.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас