

Әбйәлил районының Асҡар ауылынан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Рәүф Рәхмәтуллин Рәсәй Федерацияһы Президенты указы менән «Георгий Жуков» миҙалы менән бүләкләнде. Был хаҡта «Башҡорт батальоны» телеграм-каналы хәбәр итә. Башҡортостан яугире хәрби бурыстарҙы үтәгәндә күрһәткән батырлығы һәм фиҙакәрлеге өсөн дәүләт наградаһы менән билдәләнде.
Шулай уҡ, "Башҡорт батальоны" Салауат районының Арҡауыл ауылынан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Олег Сапожников тураһында хәбәр итә. Ул үҙен фронтта ышаныслы иптәш һәм абруйлы яугир булараҡ күрһәтә.
Сығанаҡ: текст һәм фото Ашҡаҙар гәзите сайты