Рәсми бүлек
22 Августа 2025, 05:02

Муниципалитет башлығы һайланды

Муниципаль район Советының алтынсы саҡырылыш депутаттарының туғыҙынсы ултырышы уҙҙы. Уны район Советы рәйесе Айбулат Хәйбуллин алып барҙы.

Муниципалитет башлығы һайландыМуниципалитет башлығы һайланды
Муниципалитет башлығы һайланды

Ултырыш эшендә Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте етәксеһе вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Искәндәр Әхмәтвәлиев, Башҡортостан Республикаһының Агросәнәғәт комплексы һәм тәбиғәттән файҙаланыу департаменты директоры Таһир Бәҙертдинов, БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары Гөлнур Ҡолһарина һәм Йәлил Зәйтүнов ҡатнашты. Шулай уҡ хакимиәт башлығы урынбаҫарҙары, учреждение һәм ойошма етәкселәре, ауыл биләмәләре башлыҡтары, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре саҡырылғайны.
Көн тәртибендә беренсе булып ҡаралған мәсьәлә — Әбйәлил районы муниципаль районы хакимиәте башлығын һайлау булды. Депутаттар бер тауыштан муниципалитет башлығы итеп әлегә тиклем был вазифаны ваҡытлыса башҡарған Айрат Әминевты һайланы. Айрат Зиннәт улы ултырышта ҡатнашыусылар алдында сығыш яһап, район үҫеше һәм халыҡ мәнфәғәте өсөн тырышып эшләргә һүҙ бирҙе.
— Бөгөн район йылъяҙмаһында, уның ижтимағи-сәйәси тормошонда әһәмиәтле ваҡиға. Иңемә һалынған ғәйәт ҙур һәм яуаплы вазифаны намыҫ менән башҡарырға тигән изге ниәт менән эшкә тотонам. Республика етәксеһе Радий Хәбиров менән район халҡы тарафынан миңә күрһәтелгән оло ышанысты аҡларға тырышасаҡмын, — тине яңы башлыҡ. — Әбйәлил районы мәнфәғәтендә тик алға барасаҡмын һәм бар көсөмдө халыҡ тормошон яҡшыртыуға йүнәлтәсәкмен.

— Әбйәлилдәрҙе яңы башлыҡ һайлау менән ҡотлайым. Айрат Зиннәт улы, һеҙгә яуаплы һәм еңел булмаған вазифағыҙҙа уңыштар теләйем. Һеҙҙең алда торған төп мәсьәләләр — махсус хәрби операцияға ярҙам, социаль-иҡтисади тотороҡлоҡто һаҡлау, йәмғиәтте тәртиптә тотоу. Район халҡы менән бәйләнештә булығыҙ, бергә эшләгеҙ, — тине Искәндәр Рәүф улы.
Артабан ултырышта район хакимиәте башлығының төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса урынбаҫары Фуат Рәфҡәт улы Махийәновҡа оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәте өсөн «Башҡортостандың атҡаҙанған төҙөүсеһе» исеме тапшырылды. Ул яуап һүҙендә юғары награданың берҙәм команданың хеҙмәт һөҙөмтәһе булыуын билдәләп, коллективҡа рәхмәт белдерҙе.
Райондың белем биреү учреждениеларын яңы уҡыу йылына әҙерләү барышы менән мәғариф бүлеге начальнигы А. С. Хәкимов таныштырҙы.
Халыҡҡа медицина ярҙамы күрһәтеү хаҡында райондың баш табибы И. Р. Килдейәров һөйләне.
Ауыл клубтары проблемалары һәм үҫеш перспективалары тураһында мәҙәниәт бүлеге начальнигы Ф. Ш. Әсәҙуллин һүҙ тотто.
Силәбе өлкәһе менән Башҡортостан Республикаһы араһындағы сикте билдәләү тураһында килешеүҙе раҫлау буйынса район хакимиәте башлығының төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса урынбаҫары Ф. Р. Махийәнов сығыш яһаны.
Муниципаль хеҙмәткәрҙәрҙең эш хаҡы һәм район хакимиәте структураһына үҙгәрештәр индереү буйынса кадрҙар эше һәм муниципаль хеҙмәт бүлеге начальнигы И. Р. Ғүмәров әйтеп үтте.
Муниципаль милек менән идара итеү бүлеге начальнигы Р. Ф. Ҡунаҡбаева муниципаль райондың ҡаҙна һәм махсуслаштырылған торлаҡ фондына йорт биреү тәртибе тураһында положениеларҙы раҫлау тураһында белдерҙе.

* * *
Район Советы рәйесе Айбулат Баҡый улы Хәйбуллин менән хакимиәт башлығы Айрат Зиннәт улы Әминев контрактҡа ҡул ҡуйҙы. Контрактҡа ҡул ҡуйыу муниципаль район хакимиәте башлығы вазифаһына инеү процедураһының һуңғы һәм мотлаҡ этабы булып тора.
Контракт хакимиәт башлығының муниципаль берәмек һәм район халҡы алдындағы хоҡуҡтарын, бурыстарын һәм яуаплылығын, шулай уҡ вәкәләттәрҙе тормошҡа ашырыу шарттарын, шул иҫәптән срокты (район Советы депутаттарының ғәмәлдәге саҡырылышы тамамланғанға тиклем), гарантияларҙы, социаль тәьминәт мәсьәләләрен, вәкәләттәрҙе туҡтатыу нигеҙҙәрен һәм тәртибен ентекле билдәләй.

Автор:Динара Сафиуллина
Читайте нас