Рәсми бүлек
27 Августа 2025, 05:09

Путин Ҡытайға дүрт көнлөк визит менән бара

Путин 31 августан 1 сентябргә тиклем Тяньцзинда үтәсәк Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы саммитына килә, шулай уҡ Пекинда Икенсе донъя һуғышы тамамланыуға 80 йыл тулыу уңайынан хәрби парадҡа бара.  #ВладимирПутин  

Путин Ҡытайға дүрт көнлөк визит менән бараПутин Ҡытайға дүрт көнлөк визит менән бара
Путин Ҡытайға дүрт көнлөк визит менән бара

Ҡытайҙың баш ҡалаһында Рәсәй һәм Ҡытай делегацияларының күләмле һөйләшеүҙәре үтәсәк.

     Тяньцзинь Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы саммитын ҡабул итеп, донъя дипломатияһының эпицентрына әйләнә. Сараға 20-нән ашыу илдәр лидерҙары саҡырылған, шул иҫәптән Әзербайжан президенты Илһам Алиев, Әрмәнстан премьер-министры Никола Пашинян, Һиндостан премьер-министры Нарендра Моди, Белоруссия президенты Александр Лукашенко, Иран президенты Мәсүд Пезешкиан, Ҡаҙағстан президенты Ҡасим-Жомарт Токаев.

      Владимир Путиндың саммитта ҡатнашыуы һәм 31 августан 3 сентябргә тиклем Ҡытайҙа булыуы тураһында президент ярҙамсыһы Юрий Ушаков июнь айында уҡ белдергәйне.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас