Рәсми бүлек
28 Августа 2025, 03:17

1 сентябргә мәктәптәр әҙерлеге торошо тикшерелде

Владимир Путиндың Хөкүмәт менән эш кәңәшмәһендә көн тәртибендәге беренсе мәсьәлә булып, илдең мәғариф учреждениеларының Белем көнөнә әҙерлеге тикшерелде. #ВладимирПутин  

1 сентябргә мәктәптәр әҙерлеге торошо тикшерелде1 сентябргә мәктәптәр әҙерлеге торошо тикшерелде
1 сентябргә мәктәптәр әҙерлеге торошо тикшерелде

Мәғариф министры Сергей Кравцов,  мәғариф системаһының уҡыу йылы башланыуға тулыһынса әҙер булыуы тураһында хәбәр итте. Уның һүҙҙәренсә, яңы уҡыу йылында мәктәптәр рекордлы 17,7 миллион уҡыусыны ҡабул итәсәк, шуларҙың 1,5 миллионы — беренсе синыфҡа беренсе тапҡыр барған балалар.

      "Барлыҡ планлаштырылған саралар билдәләнгән ваҡытта үтәлде. Беҙ илдең сик буйы һәм яңы субъекттарында уҡыу йорттарын әҙерләүгә айырыуса иғтибар бүлдек, унда комплекслы хәүефһеҙлекте тәьмин итеү төп өҫтөнлөк булып тора», — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Сергей Кравцов үҙенең докладында. Ведомство башлығы шулай уҡ матди-техник базаның ярайһы уҡ яңыртылыуы тураһында хәбәр итте. 1 сентябргә Рәсәй буйынса 43 яңы мәктәп үҙ ишектәрен аса. Бынан тыш, капиталь ремонттан һуң 670 мәктәп, 41 балалар баҡсаһы һәм 22 урта һөнәри белем биреү ойошмаһы уҡыусыларҙы ҡабул итергә әҙер.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас