Рәсми бүлек
29 Июнь , 04:41

Владимир Путин Башҡортостанға прокурор тәғәйенләне

Рәсәй Президенты Владимир Путин йәкшәмбе көндө илдең прокуратура органдарында бер нисә тәғәйенләүгә ҡул ҡуйҙы. Тейешле указ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.

Владимир Путин Башҡортостанға прокурор тәғәйенләнеВладимир Путин Башҡортостанға прокурор тәғәйенләне
Владимир Путин Башҡортостанға прокурор тәғәйенләне

Документҡа ярашлы, Башҡортостан Республикаһы прокуроры итеп Иван Грибов тәғәйенләнде. Үҙ вазифаһын ул биш йыл башҡарасаҡ.

Бынан алда Федерация Советы комитеттары Владимир өлкәһе прокуроры Иван Грибовтың Башҡортостан Республикаһы прокуроры вазифаһына кандидатураһын хуплауы тураһында хәбәр иткәйнек.

Сығанаҡ: https://www.bashinform.ru/news/politics/2026-06-28/vladimir-putin-naznachil-ivana-gribova-prokurorom-bashkirii-4657931 

 

 

Автор:
Читайте нас