"Барығыҙҙы ла унда ҡатнашырға саҡырам", - тине ил башлығы Костанайҙа асылған XIX форумға йыйылыусыларҙы тәбрикләп.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, үҙ сиратында, Владимир Путинға киләһе форумды Өфөлә үткәреү ҡарары ҡабул иткән өсөн рәхмәт белдерҙе. "Беҙ халыҡ-ара сара юғары кимәлдә уҙһын өсөн тырышып эшләрбеҙ", - тине БР Башлығы.
Автор:Алһыу Ишемғолова