

Үҙәк һайлау комиссияһы (ҮҺК) Рәсәй президенты вазифаһына кандидатлыҡҡа 16 дәғүәсенән ғариза алған. Был хаҡта комиссия рәйесе Элла Памфилова белдергән. Уның һүҙҙәренсә, президент кампанияһы әүҙем фазаға ингән.
2024 йылда һайлауҙар тәүге тапҡыр өс көн эсендә — 15 марттан 17-нә тиклем үтәсәк. Үҙәк һайлау комиссияһы хәрби хәл индерелгән яңы төбәктәрҙә тауыш биреүҙе үткәрергә рөхсәт биргән. Памфилова тауыш биреү тәүге тапҡыр «шундай ҡатмарлы геосәйәси шарттарҙа»үтәсәк тип белдергән.