-10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
12 Март , 13:40

Дистанцион уҡыу булмаясаҡ

Башҡортостан уҡыусыларын 15-17 мартта үтәсәк Рәсәй президентын һайлау көндәрендә дистанцион уҡытыу форматына күсермәйәсәктәр.

Дистанцион уҡыу булмаясаҡ
Дистанцион уҡыу булмаясаҡ

 "Участка һайлау комиссиялары урынлашҡан мәктәптәрҙә һайлауҙар уҙғарылған көндәрҙә мәғариф процесы мәҙәниәт, спорт учреждениеларында, өҫтәмә белем биреү ойошмаларында, һөнәри йүнәлеш биреү майҙансыҡтарында һәр класс өсөн айырым график буйынса ойоштороласаҡ. Уңайлы һауа шарттарында спорт көндәрен, һаулыҡ көндәрен, экскурсияларҙы һәм башҡа әүҙемлектәрҙе асыҡ һауала үткәрергә мөмкин», — тип хәбәр иттеләр ведомствонан.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда 2019 йылдан алып бөтә мәктәптәрҙә биш көнлөк уҡыу аҙнаһы индерелде. Уҡыусылар «алты көнлөк» режимда уҡыған ҡайһы бер төбәктәрҙә уҡыусыларҙы һайлауҙар арҡаһында ваҡытлыса дистанцион уҡытыу форматына күсереү тураһында ҡарар ҡабул ителде.

Автор:Гульфия Хасанова 
Читайте нас: