-10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
1 Апрель , 11:47

Президент хәрби хеҙмәткә саҡырыу тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Владимир Путин запаста булмаған 18-30 йәшлек граждандарҙы хәрби хеҙмәткә саҡырыу тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы. Документ менән норматив акттарҙы рәсми баҫтырып сығарыу порталында танышырға мөмкин. #ВладимирПутин

Президент хәрби хеҙмәткә саҡырыу тураһында указға ҡул ҡуйҙы
Президент хәрби хеҙмәткә саҡырыу тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Владимир Путин запаста булмаған 18-30 йәшлек граждандарҙы хәрби хеҙмәткә саҡырыу тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы. Документ менән норматив акттарҙы рәсми баҫтырып сығарыу порталында танышырға мөмкин.

Указға ярашлы, яҙғы саҡырыу кампанияһы 2024 йылдың 1 апреленән 15 июленә тиклем дауам итәсәк. Бөтәһе 150 мең кешене хеҙмәткә алыу планлаштырыла. Шул уҡ ваҡытта хеҙмәт итеү ваҡыты тамамланған егеттәр хәрби хеҙмәттән азат ителергә тейеш.

«Башинформ» хәбәр иткәнсә, яңы хеҙмәткә алыныусылар махсус хәрби операцияла ҡатнашмай.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-03-31/prezident-podpisal-ukaz-o-vesennem-prizyve-na-voennuyu-sluzhbu-3707995

Автор:Роман Якимчук
Автор:
Читайте нас: