-2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
27 Май , 15:57

Рәсәй АҠШ мөлкәтен файҙалана аласаҡ

Путин АҠШ-та РФ мөлкәтен тартып алыуҙан килгән зыянды ҡаплау  өсөн  Америка мөлкәтен Рәсәйҙә ҡулланырға рөхсәт итте. 

РФ Президенты Вашингтондың дуҫ булмаған ғәмәлдәренән Рәсәйгә һәм РФ Үҙәк банкына килгән зыянды ҡаплау тәртибе тураһында указға ҡул ҡуйҙы.

Рәсәй активтарын тартып алыуҙан килгән зыянды ҡаплау өсөн Рәсәй Америка Ҡушма Штаттарының мөлкәтен файҙалана аласаҡ. Президент Владимир Путин тейешле указға 23 майҙа ҡул ҡуйҙы.

Дәүләт башлығы министрҙар кабинетына РФ һәм Үҙәк банкына килгән зыянды  компенсациялауҙың махсус тәртибен билдәләргә ҡушты. Указға ярашлы, Рәсәй закондары буйынса РФ-нан хоҡуҡ эйәһе Штаттар яғынан мөлкәтте законһыҙ тартып алыуҙы билдәләү өсөн  хөкөмгә тарттыра (итә) ала.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, АҠШ Сенаты Рәсәйҙең туңдырылған активтарын Украинаға тапшырыу тураһындағы закон проектын ағымдағы йылдың апрелендә хупланы.

 Дәүләт башлығы министрҙар кабинетына АҠШ-тың эшмәкәрлеге менән бәйле Рәсәйгә килтерелгән  зыянды ҡаплауҙың махсус тәртибен билдәләргә ҡушты.

Р.ЗАМАНОВА.

Автор:
Читайте нас: