«Беҙгә мобилизация үткәреү кәрәкмәй, беҙ быны планлаштырмайбыҙ», — тигән ил етәксеһе.
РФ Президенты билдәләүенсә, 2023 йылда 300 меңдән ашыу илһөйәр ҡарашлы Рәсәй кешеһе Ҡораллы көстәр сафына ингән, ә 2024 йылдың яртыһында - 160 меңдән ашыу.
Владимир Путин, Рәсәй президенты:
"Беҙ рус холҡоноң, Рәсәй гражданы холҡоноң нимә икәнен күргәс, быны аңлайбыҙ һәм уға таянабыҙ, беҙгә еңеү өсөн бер ниндәй ҙә атом ҡоралы кәрәкмәй".