Путин Зорькин менән даими осраша, уның менән илдең төп законы нормаларын үтәү тураһында фекер алыша. Бынан алда дәүләт Башлығы Конституция суды рәйесен 2023 йылдың декабрендә ҡабул иткәйне.
12 сентябрҙә Санкт-Петербургта Путиндың көн дауамында бай программа булды. Ул, атап әйткәндә, бер нисә халыҡ-ара осрашыу үткәрҙе, Александр-Невский лавраһында һәм С.М. Киров исемендәге Хәрби-медицина академияһында булды, берләшкән мәҙәниәттәр форумында сығыш яһаны.