✔️ Башҡорт-белорус мөнәсәбәттәренең һуңғы бер нисә йылына күҙ һалһаҡ, беҙ мөмкинлектәрҙе өйрәнгән, бәйләнештәрҙе яйға һалған, эште ойоштороу өсөн кәрәкле институттар һәм структуралар булдырған башланғыс этапты үттек, тип әйтергә була.
✔️ Осрашыуҙарҙа хеҙмәттәшлекте үҫтереү буйынса төп мәсьәләләрҙе тикшерҙек. Нимәлер тураһында килешәбеҙ икән, ҡуйылған бурыстарҙы үтәргә тейешбеҙ. Мәҫәлән, Белоруссияның еңел сәнәғәт тауарҙары өсөн республика баҙарын асыу йүнәлешендә эшләйбеҙ.
✔️ Кооперация өлөшөндә ҙур предприятиеларыбыҙ буйынса эштәрҙең нисек барыуын ҡараныҡ. Мәҫәлән, МАЗ һәм Өфө троллейбус-трамвай заводының троллейбустар сығарыу буйынса берлектәге проекты.
✔️ Туризм өлкәһенә ентекләп туҡталдыҡ. Беҙҙең өлкән йәштәгеләр «Башҡорт-белорус оҙон ғүмерлелеге» программаһы сиктәрендә Беларусь Республикаһына сәйәхәт итә. Хәҙер Белоруссия Хөкүмәтенә лә ошондай уҡ программа ойошторорға тәҡдим итәбеҙ.
✔️ Бынан тыш, спорт өлкәһендәге проекттар ентекле тикшерелде. Яңы Көрәш һарайы майҙансығында көрәштең ҡайһы бер төрҙәре буйынса ҙур үҫмерҙәр турниры ойошторорға килештек.
✔️ Көн һайын яңы проекттар, яңы идеялар барлыҡҡа килә. Бер-беребеҙгә ҡулайлашыу осоронан һуң беҙҙең бизнес Белоруссияла эшләү мөмкинлегенә ышанды. Бында беҙҙекеләрҙе бюрократик проблемаларһыҙ ҡаршы алалар, беҙҙә лә шул уҡ хәл – был мәсьәләне хәл иттек.
✔️ Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығын билдәләү сиктәрендә байрам сараларына Беларусь Республикаһы вәкилдәрен саҡырабыҙ. Ә беҙ «Беларусь хәтерләй» сараһында ҡатнаша алабыҙ. Был беҙҙең уртаҡ Еңеү, бында беҙ берҙәм. Юбилей саралары сиктәрендә Хәрби Дан урындары буйлап мәктәп турҙары ойоштора башларға ниәтләйбеҙ.
✔️ Беҙгә төҙөлөш, коммуналь һәм ауыл хужалығы тармаҡтары өсөн белорус техникаһын һатып алыу буйынса отошло варианттар тәҡдим иттеләр. Сәфәрҙән һуң коллегаларыма яңы тәҡдимде анализларға ҡушам. Тормош туҡтап ҡалмай. Уңышты йыйып алырға, юлдарҙы һәм тротуарҙарҙы таҙартырға кәрәк.
📸: Башҡортостан делегацияһының Беларусь Республикаһына сәфәренән күренештәр.