Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
17 Март 2025, 11:45

Бер нисә көнүҙәк мәсьәләне тикшерҙеләр

Владимир Путин, Александр Лукашенко, Эмомали Рахмон һәм Илһам Алиев телефон аша аралаштылар.

Берлектәге рәсми булмаған осрашыуҙы үткәргән Рәсәй Президенты Владимир Путин, Белоруссия Президенты Александр Лукашенко һәм Тажиҡстан Президенты Эмомали Рахмон Әзербайжан Президенты Илһам Алиев менән телефон аша бәйләнешкә инде.

Йылы, дуҫтарса һөйләшеү булды, уның барышында лидерҙар дәүләттәр араһындағы мөнәсәбәттәрҙе артабан үҫтереү буйынса көнүҙәк мәсьәләләрҙе тикшерҙе.

9 майҙа Мәскәүҙә Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына арналған тантаналы саралар барышында осрашырға һөйләшеп килештеләр.

Сығанаҡ: http://www.kremlin.ru/events/president/news/76460 

Автор:
Читайте нас