Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
28 Апрель 2025, 14:16

Курск өлкәһе тулыһынса азат ителде!

Владимир Путин яугирҙәргә рәхмәт әйтте. Һәм шуны белдерҙе... 

Бөгөн ҡыуаныслы яңылыҡ билдәле булды: Курск өлкәһе тулыһынса азат ителде. Ил Президенты Владимир Путин Украина Ҡораллы Көстәре менән алыштарҙа ҡатнашҡан хәрби подразделениеларҙың шәхси составын ҡотланы һәм рәхмәт белдерҙе. Президент Рәсәй Ҡораллы Көстәренең Генераль Штабы начальнигы Валерий Герасимовтың докладын тыңланы. Владимир Путин һүҙҙәренсә, “Киев режимының авантюраһы тулыһынса уңышһыҙлыҡҡа осраны".

Ул ВСУ-ның, шул иҫәптән Көнбайыш техника өлгөләре менән йыһазландырылған иң хәрби һәләтле штурмлау подразделениелары араһында ҙур юғалтыуҙар кисергәнен белдерә. Уның фекеренсә, Курск өлкәһендә украин армияһының тар-мар ителеүе, “һис шикһеҙ, бөтә хәрби хәрәкәткә йоғонто яһаясаҡ”.

"Курск сик буйында дошманды тулыһынса тар-мар итеү беҙҙең ғәскәрҙәрҙең артабанғы һәм фронттың башҡа мөһим участкаларында уңышлы хәрәкәт итеүе өсөн шарттар тыуҙыра, неонацистик режимды тар-мар итеүҙе яҡынайта”, – тип иҫәпләй Владимир Путин.

Курск өлкәһендә ВСУ менән алыштар 2024 йылдың 6 авгусынан дауам итте. Әлеге ваҡытта миналарҙан Курск өлкәһенең 19 ауылы тулыһынса таҙартылған һәм тикшерелгән. Иң һуңғыһы булып бөгөн Горналь ауылы азат ителгән. ВСУ Курск өлкәһендә 76 мең хәрбиһен юғалтҡан. 

Сығанаҡ: https://inzerarh.ru/news/novosti/2025-04-28/lem-e-polk-traditsion-formatta-t-4215941 

Автор:
Читайте нас