Владимир Путин Кремлдә Һиндостан Республикаһының сит ил эштәре Министрын, сауҙа-иҡтисади, фәнни-техник һәм мәҙәни хеҙмәттәшлек буйынса хөкүмәт-ара Рәсәй-Һиндостан комиссияһының һиндостан өлөшө рәйесе Субраманиам Джайшанкарҙы ҡабул итте.
Осрашыуҙа шулай уҡ Рәсәйҙең сит ил эштәр министры Сергей Лавров, Рәсәй Хөкүмәте рәйесенең беренсе урынбаҫары, сауҙа-иҡтисади, фәнни-техник һәм мәҙәни хеҙмәттәшлек буйынса Рәсәй-Һиндостан хөкүмәт-ара комиссияһының Рәсәй өлөшө рәйесе Денис Мантуров Һәм Һиндостандың Рәсәйҙәге Ғәҙәттән тыш Һәм тулы хоҡуҡлы Илсеһе Винай Кумар ҡатнашты.
Сығанаҡ: http://www.kremlin.ru/events/president/news/77831