Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
8 Декабрь 2025, 10:33

В. Путиндың Һиндостанға сәфәре

Рәсәй Федерацияһы Президентының Һиндостан Республикаһына дәүләт сәфәре уҙҙы.

В. Путиндың Һиндостанға сәфәре
В. Путиндың Һиндостанға сәфәре

Нью-Делиҙа Президент һарайы алдындағы майҙанда Владимир Путиндың Һиндостан Президенты Дроупади Мурму һәм Һиндостан Премьер-министры Нарендра Моди менән рәсми осрашыуы үтте.

Һуңынан Рәсәй Президенты милли азатлыҡ өсөн көрәштә һинд халҡының лидеры Махатма Ганди мемориалында булды. Хайдарабад һарайында Владимир Путин Һиндостандың Премьер-министры Нарендра Моди менән аралашты.

Һөйләшеүҙәр тамамланғас, лидерҙар ҡул ҡуйылған документтар менән алмашты. Йыл һайын уҙғарылған Рәсәй-Һиндостан саммиты йомғаҡтары буйынса берлектәге белдереү ҡабул ителде. Рәсәй Президенты һәм Һиндостан Премьер-министры киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре өсөн белдереүҙәр яһаны.

Артабан Владимир Путин һәм Нарендра Моди Рәсәй-Һиндостан бизнес-форумының пленар ултырышында ҡатнашты. Бынан тыш, Рәсәй Президенты RT India каналының тапшырыуҙарына старт бирҙе.

Шулай уҡ Владимир Путин Һиндостан Президенты Дроупади Мурму менән әңгәмәләште, Һиндостан Республикаһы Президенты исеменән Рәсәй Федерацияһы Президенты хөрмәтенә дәүләт ҡабул итеүе ойошторолдо.

Сығанаҡ: http://kremlin.ru/events/president/news/78654 

Автор:
Читайте нас