Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә иң һөҙөмтәле муниципалитет хакимиәттәре башлыҡтарын бүләкләнеләр. Уларҙың эшен баһалау тураһында премьер-министр урынбаҫары – БР Хөкүмәте аппараты етәксеһе Азамат Абдрахманов хәбәр итте.
Мәҫәлән, федераль методика буйынса комплекслы баһаны иҫәпләү өсөн һуңғы өс йылда динамикала 11 күрһәткес ҡулланыла. Халыҡтың урындағы хакимиәт эше менән ҡәнәғәтлелеге, халыҡтың артыуы, торлаҡ төҙөлөшө темптары һәм мохтаждарға торлаҡ бүлеү, муниципаль ҡаҙнаның килем күләме, балалар баҡсаһына сират, түңәрәктәрҙә һәм спорт секцияларында шөғөлләнеүсе балаларҙың өлөшө, инвестициялар күләме, юлдар сифаты һәм бәләкәй һәм урта эшҡыуарҙар һаны иҫәпкә алына.
Йомғаҡтар буйынса ҡалалар араһында беренсе урынды Стәрлетамаҡ яуланы. Административ үҙәге булған райондар араһында беренсе урын Ишембай районында, ә икенсе урын Дүртөйлөлә. Үҙәге ауыл булған муниципаль райондар араһында беренсе урында Нуриман, икенселә Әбйәлил, өсөнсөлә Бөрйән райондары. Дүртенсе урында Йылайыр, бишенселә Ҡалтасы, алтынсыла Өфө райондары.