Сәйәсәт
24 Июля , 05:42

Республика Хөкүмәте Әбйәлилгә килде

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров етәкселегендә вице-премьерҙар һәм төп ведомстволар етәкселәренән торған рәсми делегацияның күсмә эш көнө тығыҙ ваҡиғаларҙан үрелде һәм районды артабан үҫтереү йүнәлештәрен билдәләү йәһәтенән беҙҙең өсөн әһәмиәтле булды.

Республика Хөкүмәте Әбйәлилгә килдеРеспублика Хөкүмәте Әбйәлилгә килде
Республика Хөкүмәте Әбйәлилгә килде

«Район өсөн бындай поликлиника бик мөһим»
Премьер-министр иң башта ағымдағы йылда сафҡа ингән яңы балалар поликлиникаһын ҡараны: хеҙмәт шарттарына, йыһазландырыу, кадрҙар менән тәьмин ителешкә иғтибар итте, медперсонал менән әңгәмәләште, яңы ҡорамалдарҙың нисек эшләүе тураһында ҡыҙыҡһынды, хатта кескәй пациенттарҙың ата-әсәләре менән дә аралашырға өлгөрҙө.
Хөкүмәт етәксеһен баш табип Илгиз Килдейәров оҙатып йөрөнө. Ул, балалар поликлиникаһының эшмәкәрлеге менән таныштырып, март айынан 14756 пациентты ҡабул итеүҙәрен, бер сменаға уртаса 150 бала тура килеүен билдәләне. Андрей Геннадьевич хирург, стоматолог, офтальмолог кабинеттарын ҡараны, физиотерапия бүлегендә булды, педиатр Юлиә Махийәнова, күҙ табибы Нәйлә Мәһәҙиева, хирург Азамат Сәйфуллин менән һөйләште.
«Оҙайлы һәм әүҙем тормош» милли проекты сиктәрендә ике йыл эсендә төҙөлөп файҙаланыуға тапшырылған һаулыҡ һаҡлау учреждениеһы А. Г. Назаровта ыңғай тәьҫораттар ҡалдырҙы.
— Яңы поликлиникала район халҡына ваҡытында квалификациялы медицина ярҙамы алыу өсөн бөтә мөмкинлектәр бар. Хәҙер ата-әсәләргә баланы Сибай, Белорет, Магнитогорск йәки Өфө дауаханаларына йөрөтөргә түгел. Кимәл юғары. Профессионалдар эшләгәне күренеп тора. 44 мең кеше йәшәгән һәм тыуым уртаса республика күрһәткесенән юғарыраҡ булған район өсөн бындай поликлиника бик мөһим. Өҫтәмә рәүештә тағы ла ҡорамалдар, дарыуҙар бүләсәкбеҙ. Медицинаның беренсел звеноһын үҫтереүҙе артабан да дауам итәсәкбеҙ, — тине ул.
Айырым юл картаһы булдырыласаҡ
Эш сәфәре сиктәрендә район хакимиәтендә төбәк Хөкүмәтенең күсмә ултырышы уҙҙы һәм ул муниципалитеттың ағымдағы эшмәкәрлегенә анализ яһауҙы, иҡтисади үҫештә өҫтөнлөклө эш йүнәлештәрен билдәләүҙе маҡсат итте. Атап әйткәндә, ауыл хужалығы, туризм һәм инфраструктура үҫешенә ҡағылышлы һорауҙар иғтибар үҙәгендә булды.
А. Г. Назаров райондың аграр секторҙа һәм малсылыҡта тотороҡло үҫешеүен һыҙыҡ өҫтөнә алды. Уҙған йыл йомғаҡтары буйынса ауыл хужалығы продукцияһы етештереүҙең тулайым күләме 18,5 процентҡа артып, 7,2 миллиард һум тәшкил иткән. Ағымдағы йылдың беренсе ярты йыллығында үҫеш 4,4 процент тәшкил итеп, 1,67 млрд һумға еткән.
Муниципалитет башлығы А. З. Әминев сығышында райондың социаль-иҡтисади үҫешенең төп аспекттарына туҡталды.
— 2025 йылда райондың үҙ килеме 2024 йыл менән сағыштырғанда 16 процентҡа күберәк булып, 977 миллион һум тәшкил итте. Ағымдағы беренсе ярты йыллыҡта үҫеш 11 процентҡа етте. Муниципаль финанстарҙы сәләмәтләндереү планы әҙерләнде, ул өҫтәмә рәүештә 84 миллион һум бирәсәк, — тине район башлығы.
Быйыл районда дөйөм суммаһы 114 миллион һумлыҡ ике милли проект тормошҡа ашырыла. «Тормош өсөн инфраструктура» проекты буйынса «Ҡурай» мәҙәниәт һәм ял паркын төҙөкләндереү тамамлана, уға 11 миллион һум аҡса бүленгән. «Йәштәр һәм балалар» милли проекты сиктәрендә Т. Кусимов исемендәге гимназия капиталь ремонтлана, 2026 йылда быға 15,6 миллион һум аҡса тотоноласаҡ, ә киләһе йылда тағы 105,3 миллион һум. Райондың 17 мәктәбендә 4,5 миллион һумға кабинеттар йыһазландырыла. Әлеге ваҡытта бөтә проекттар буйынса 65,8 миллион һум аҡса үҙләштерелгән, был планлаштырылған сумманың 57,5 процентын тәшкил итә.
— Бөгөн район иҡтисады ышаныслы үҫеш ала: 12,5 миллиард һумлыҡ 66 инвестиция проекты әүҙем фазала, улар 250-нән ашыу яңы эш урыны булдырасаҡ. Шул уҡ ваҡытта бәләкәй бизнес һәм үҙмәшғүллек үҫештең ныҡлы нигеҙен тәшкил итә — беҙҙә 1346 бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекты һәм 5300-ҙән ашыу үҙмәшғүлдәр иҫәпләнә һәм был күрһәткес буйынса беҙ республиканың ауыл райондары араһында алдынғылыҡты биләйбеҙ. «Урал аръяғының алтын ҡулсаһы — Ирәндек» муниципаль-ара туристик маршруты ла үҫешкә яңы этәргес бирәсәк: ул беҙҙең иҫтәлекле урындарҙы берләштерәсәк, юл буйы сервисына һәм халыҡ кәсептәренә булышлыҡ итәсәк. Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығынан был проектты биләмәне үҫтереү планына индереүҙе һорайбыҙ, — тип тәҡдим итте Айрат Әминев.
Премьер-министр Андрей Назаров Әбйәлил районы хакимиәтенә инвестициялар күләмен арттырырға, муниципаль инвестиция стандарты буйынса эште көсәйтергә һәм төҙөкләндереү иҫәбенә туристик йәлеп итеүсәнлекте арттырырға ҡушты. Ул бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарының һанын арттырыуға ғына түгел, ә уларҙың сифатлы үҫешенә айырым иғтибар биреүҙе һораны. Республика министрҙар кабинеты башлығы райондың автомобиль юлдары селтәрендә транспорт менән файҙаланыу һәм хәүефһеҙлекте тәьмин итеү маҡсатында юл хужалығы өлкәһендә 2026 йылға планлаштырылған ремонт һәм төҙөлөш эштәрен ваҡытында һәм тулы күләмдә башҡарыуҙы тәьмин итергә ҡушты. Шулай уҡ 2027 йылда уңайлы ҡала мөхитен булдырыуҙың иң яҡшы проекттары Бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнашыу өсөн Асҡар ауылын төҙөкләндереү буйынса конкурс заявкаһын әҙерләргә ҡушты. Перспективалы проектты тормошҡа ашырыу административ үҙәктә ҡала мөхитенең сифатын һиҙелерлек күтәрергә мөмкинлек бирәсәк.
Артабан хөкүмәт ағзалары агросәнәғәт комплексын үҫтереү һәм экология мәсьәләләрен ҡараны. Райондың республиканың тулайым ауыл хужалығы продукцияһындағы өлөшө 20 проценттан ашып китә, ә ауыл хужалығы майҙандары 200 мең гектарҙан ашыу. Муниципалитет һыйырҙар, аттар һәм һарыҡтар һаны буйынса — икенсе, һөт етештереү буйынса алтынсы урынды биләй. Тармаҡта халыҡ хужалыҡтары мөһим роль уйнай: продукция күләменең 66 проценты уларҙың өлөшөнә тура килә.
Экологик өлкәлә район һиҙелерлек һөҙөмтәләргә өлгәшә: 79 санкцияланмаған сүплектең 78-е бөтөрөлгән. Ғәмәлдәге инфраструктура — 490 туплау майҙансығы һәм 790 контейнер — ҡалдыҡтар менән системалы эшләргә мөмкинлек бирә. Был ҡаҙаныштар һәм ағымдағы күрһәткестәр муниципалитетта агросәнәғәт комплексына һәм экологик программаларға артабан ярҙам сараларын формалаштырыуҙа иҫәпкә алынасаҡ. Андрей Назаров муниципалитеттың иҡтисадты, социаль өлкәне үҫтереү өлкәһендәге эшен ыңғай баһаланы һәм хөкүмәт ағзаларына күп йүнәлештәр буйынса яңғыраған тәҡдимдәрҙе эшкә алырға ҡушты.
Күсмә ултырыш йомғаҡтары буйынса Әбйәлил районының социаль-иҡтисади үҫеш кимәлен күтәреүгә йүнәлтелгән саралар комплексын булдырыу бурысы ҡуйылды. Бөтә тәҡдимдәр айырым юл картаһына тупланасаҡ. Һорауҙарҙың үтәлешен контролдә тотоу район кураторы, премьер-министрҙың беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаевҡа йөкмәтелде.

Батырҙарҙы иҫкә алдылар
Мөһим һөйләшеүҙәр, ултырыш-осрашыуҙар араһында республика Хөкүмәте Премьер-министры тыныс күк йөҙө, илебеҙ именлеге өсөн ҡорбан булған Әбйәлил батырҙары рухы алдында баш эйеп, «Ватан-Әсә» һәйкәленә һәм Рәсәй Геройы Тамерлан Илһамов бюсына сәскәләр һалыуға ваҡыт бүлде.
— Үҙ йәнен аямай Ватанды һаҡлаған геройҙар хаҡында хәтер һаҡлау беҙҙең өсөн ҙур бурыс һәм яуаплылыҡ. Әбйәлилдә ысын илһөйәрҙәр йәшәй, бөгөн райондан күп ир-егеттәр МХО биләмәһендә тыныслыҡ өсөн көрәшә. Герой Тамерлан Илһамовтың батырлығы илһамландыра, беҙ ошо хәтерҙе киләсәк быуындарға еткерергә, батырлыҡ һәм антҡа тоғролоҡ өлгөһө хаҡында һөйләргә бурыслыбыҙ. Лайыҡлы ул тәрбиәләгәндәре өсөн Геройҙың ата-әсәһенә рәхмәт, — тине Андрей Назаров митинг ваҡытында.
Сарала хөкүмәт һәм район хакимиәте вәкилдәре, Геройҙың әсәһе Айгөл Шакирова, өләсәһе Сара Ғәниева, «Боевое братство» ойошмаһы ағзалары ҡатнашты.
Рәсми ҡунаҡтар яңыраҡ асылған «Дан аллеяһы»нда ла булды. «Ватан-Әсә» һәйкәленә туҡтағанда бер ыңғай капиталь ремонт барған Йәштәр йортон ҡаранылар, үҙәк майҙанда иһә «Әбйәлил оҫталары» берләшмәһе ағзалары ҡорған күргәҙмә лә уларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.

Эшҡыуарҙар менән осрашыу
«ЦУР бизнес. Аралашыу биләмәһе» берҙәм форматында уҙған асыҡ сараға республика Хөкүмәтенең идара итеү командаһы менән осрашыуға 231 эшҡыуар килде. Фекер алышыуҙы асып, Андрей Назаров Әбйәлил районының көслө тәбиғи, мәҙәни һәм эшҡыуарлыҡ ҡеүәһенә эйә булыуын билдәләне.
Осрашыуҙа бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә айырыуса иғтибар бүленде. Эшҡыуарҙар төрлө юҫыҡта үҙҙәрен борсоған һорауҙарҙы биреп, ошонда уҡ компетентлы яуаптар алды. КФХ башлығы Айтуған Фәттәхов мәрмәр заводы биләмәһендәге авария хәлендәге ташландыҡ ҡоролмаларҙы үҙ иҫәбенә һүтеү, биләмәне таҙартыу һәм эшкә яраҡлы материалдарҙы ферма ихтыяждары өсөн файҙаланыуға алыу инициативаһы менән сыҡты. Нәдип Шәғәлин, үҙ сиратында, мәрмәр карьерының эшен тергеҙеү урында бетон етештереүҙе яйлар һәм күрше төбәктәрҙән ҡырсынташ килтереүгә бәйлелекте кәметергә ярҙам итер ине, тип билдәләне. Премьер-министр Әбйәлил районы өсөн инвестиция сәғәте бүлергә, унда ҡараласаҡ һорауҙар араһына әлеге теманы ла индерергә вәғәҙәләне. Шулай уҡ 13 августа Сибайға инвестиция һабантуйына үтешләй карьерҙы ҡарап сығырға һәм урында кәңәшмә үткәрергә тәҡдим итте.
Азамат Тутаев төҙөлөш техникаһы өсөн ташламалы финанслау мөмкинлеге тураһында ҡыҙыҡһынды, «Красная Башкирия» хужалығы вәкиле Заһит Ғәлимов хәҙерге хәлгә бәйләп, урып-йыйыу эштәре осоронда дизель яғыулығы менән тотороҡло тәьмин итеүҙә ярҙам һораны. Нәзилә Ғүмәрова туристик автобустарҙы ташламалы һатып алыу һәм эшҡыуар ҡатын-ҡыҙҙарға булышлыҡ итеү мәсьәләһен күтәрҙе.
Социаль мәсьәләләр ҙә иғтибарһыҙ ҡалманы. Морат Йәнбирҙин Асҡарҙа гемодиализ үҙәге асыу кәрәклеген билдәләне. Райондың төп туристик символдарының береһе булған Яҡтыгүлдең торошо ла тикшерелде. Йәмәғәтселек вәкиле Андрей Стариков яр буйҙарына һаҡсыл ҡараш һәм бысратыусыларҙы контролдә тотоуҙы көсәйтеү кәрәклегенә иғтибар итеүҙе һораны.
Ринат Рамазанов инвесторҙар өсөн районда иң отошло өлкәләр тураһында ҡыҙыҡһынды. Андрей Назаров Әбйәлилдең ике өҫтөнлөгөн — Магнитогорскиға яҡын урынлашыуын һәм тәбиғи матурлығын атаны. Был рекреацион бизнесты үҫтерергә, ял ойоштороу менән шөғөлләнергә ҙур мөмкинлектәр аса, тине ул.
Осрашыу аҙағында Премьер-министр муниципалитеттың иң яҡшы бизнес-берләшмә вәкилдәрен бүләкләне.

А. Назаров эш сәфәре тәьҫораттары тураһында:
«Муниципалитет ышаныслы үҫешә. Уҙған йыл йомғаҡтары буйынса оҙатылған тауар күләме 13 процентҡа, йәғни 7,2 миллиард һумға артҡан. Аграр сектор етештереүҙе 18,5 процентҡа арттырған. Быйыл да ыңғай динамика һаҡлана. Район туристик, сәнәғәт һәм ауыл хужалығы потенциалы менән көслө.
Күсмә ултырыш барышында контроль нөктәләргә туҡталдыҡ. Республика Башлығының һәм Хөкүмәттең 20 йөкләмәһе башҡарылыу өҫтөндә, уларҙың өстән бер өлөшө юлдарға ҡағыла. Айғырбатҡан – Гусев, Таштимер – Тупаҡ юл участкаларын, Сиҙәм – Уральск араһындағы күперҙе ремонтлау, Әлмөхәмәт станцияһына юл төҙөү шул иҫәптә. Шулай уҡ Бикҡол ауылына газ үткәреү, Амангилде мәктәбе, Т. Кусимов исемендәге гимназияны ремонтлау, инвестиция проекттары һәм Яҡтыгүл биләмәһен үҫтереү контролдә тотола.
Бөтә райондар, хатта тотош ил өсөн уртаҡ мәсьәләләр бар. Инвестиция әүҙемлеге, торлаҡ төҙөлөшө буйынса эшләргә кәрәк.
Район һиҙелерлек алға сыҡты. Бындай командаға һәр яҡтан булышлыҡ итке килә».

Республика Хөкүмәте Әбйәлилгә килде
Республика Хөкүмәте Әбйәлилгә килде
Автор:Гөлнара Күсәрбаева
Читайте нас