

Дәүләт башлығы «Мегаспорт» спорт һарайында үткән пленар ултырышта сығыш яһаны. Ул Дәүләт Думаһының яңы составы Рәсәй мәнфәғәттәрен яҡларға әҙер булырға тейешлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.
«Граждандарҙың үҙ вәкилдәрен һайлау, илдең үҫеш юлын билдәләү буйынса конституцион хоҡуғы үҙгәрмәҫ. Был демократик дәүләт институттарының легитимлығы һәм эшкә һәләтлелеге нигеҙе, – тине Владимир Путин. – Шуға күрә иң ҡатмарлы шарттарҙа ла беҙ халыҡ власы принциптарынан сигенмәйбеҙ, илебеҙҙең бөтә территорияһында – Алыҫ Көнсығыштан алып Яңы Рәсәй һәм Донбассҡа тиклем төрлө кимәлдәге һайлауҙарҙы үткәрәбеҙ һәм үткәрәсәкбеҙ. Уларҙа хәрби бәрелеш һыҙығындағы яугирҙар ҙа ҡатнаша».
Президент «бөгөн Рәсәй хаҡына һуғышҡан һәм эшләгән» кешеләрҙең һайлауын һәм ышанысын ҡәҙерләргә кәрәклеген билдәләне.
«Сентябрҙә Дәүләт Думаһына һайланасаҡ депутаттарҙың яуаплылығы ла шул тиклем юғары. Ул, бөтә власть органдары кеүек үк, ил мәнфәғәттәрен ныҡлы яҡларға, халыҡҡа хеҙмәт итергә, кешеләр өсөн эшләргә әҙер булырға тейеш», – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды дәүләт башлығы.
Сығанаҡ: http://kremlin.ru/events/president/news/80570/photos/88099