Оҫталыҡтың сиктәре юҡ. Өйрәнәм тигәндәр өсөн ниндәй генә мастер-кластар үткәрелмәй хәҙер! Асҡарҙа быйма баштары (тәпешкә) баҫыу буйынса оҫталыҡ дәресе үтте. Уны Өфөнән М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры артисы, хикәйәләр яҙыу оҫтаһы Сулпан Әбдрәхимова күрһәтте. Бирһә өйөп бирә лә ҡуя икән Хоҙай кешегә һәләтте! Уның етәкселегендә өйрәнсектәр өс-дүрт сәғәт эсендә бик күп белем-тәжрибә туплап, эштәренең һөҙөмтәһен ҡулдарына тотоп ҙур ҡәнәғәтлек тойғоһо менән таралышты.
Быға тиклем кейеҙ баҫҡандарын күргәнем бар ине, ә быйма башын эшләүҙәренә тәүгә тамаша ҡылыуым. Бик мауыҡтырғыс һәм йәлеп иткес процесс! Оҫтабикә бик матур итеп аңлата, тилбер ҡулдары менән әле был, әле теге эште төҙәтеп, нисегерәк эшләргә икәнен күрһәтеп, өйрәтеп йөрөй. Теленең байлығы, һутлылығы! Башҡортостандың атҡаҙанған артискаһы ла бит әле ул Сулпан Дәминдәр ҡыҙы. Әйтергә кәрәк, яратҡан хикәйәсемде остаз-өйрәтеүсе ролендә күреүемә хатта ышанмай торҙом.
— Бер йыл элек ошо быйма баштарын баҫыу буйынса бер рус ҡатынына мастер-класҡа барҙым. Дәрес аҙағына өйрәтеүсемдең үҙен өйрәтеп ҡайттым, — Сулпан апай менән әңгәмә бик ҡыҙыҡлы башланғыс алды. — Мин бала саҡта ауылда яңы тәпәй баҫҡан һәр бәпәйгә әсәйемдән йомшаҡ ҡына итеп быйма баҫтырырҙар ине. Ул был шөғөлдө Тубиндән килгән оҫталарҙан үҙләштереп ҡалған. Әсәйем бөтә эшкә лә маһир булды: тире лә эшкәртте, бер мәл кәзә тиреһенән кәпәстәр модаға инеп киткәс, заказға шуларҙы текте, бейәләйҙәр ҙә тегә торғайны. Оҫталыҡҡа ҡәйнәһенән дә өйрәнгәндер. Өләсәйем итек тегеүсе булған. Баҡтиһәң, артыҡ диҡҡәт һалмаһам да бала ғына көйө шул күргәндәремде күңелемә һеңдергән булғанмын. Мастер-класҡа килгәс, барыһы ла иҫкә төштө. Хәҙер белгәндәремде үҙем кешеләргә өйрәтәм. Үҙем эшләгән театрға ла ике спектакль өсөн быймалар баҫып бирҙем. Бүләккә лә бик ҡулай. Өйрәнергә теләүселәр күп. Бына ялда саҡта саҡырыу буйынса Әбйәлилгә лә килеп еттем.
Өйрәнсек ролендәге ҡатын-ҡыҙҙар тормошта төрлө һөнәр эйәләре булараҡ таныш. Рәғиҙә Сафина — мәғариф хеҙмәткәре, район балалар ижады йорто директоры, шәхси тормошонда уңған баҡсасы, өлгөр хужабикә. Атауҙынан Әсмәбикә Мәхмүтованы виртуаль донъя аша онлайн беләм — зауыҡлы сәскәләр үҫтерә, ҡул эштәренә оҫта. Уларҙың яңы һөнәр үҙләштереүенә иҫем китмәһә лә, район эске эштәр бүлеге ветераны, полиция подполковнигы Гөлнара Ҡаһарманованы шәп апайҙар рәтендә күреү бергилке аптыратты. Баҡтиһәң, Гөлнара Ғизетдин ҡыҙы ла бәләкәйҙән өләсәй эргәһендә оҫталыҡҡа өйрәнеп үҫкән оҫтабикәләрҙең дә ниндәйе икән!
— Пенсияға сыҡҡас, ниһайәт, ихласлап ҡул эштәренә тотонорға ваҡыт етте. Үҙемә, туғандарымдың балаларына кейемдәр тегәм. Хәҙер бөтәбеҙҙе лә йылы тапочкалар менән тәьмин итергә сират, — тине ул.
Күңелле аралашыуҙар менән эш тиҙ ыраны. Лекаланы (шаблон) ике яҡлап та ҡат-ҡат тетелгән һарыҡ йөнө менән уратып, һабынлы һыу менән еүешләп, тығыҙлып кейеҙ һымаҡ баҫҡандан һуң, ҡырҡып ҡалыпҡа кейҙереп формаға килтерҙеләр. Әҙер быйма баштарын өйҙә киптерергә һәм кейергә, йылыһына кинәнергә генә ҡалды. Тәбиғи экологик таҙа сеймалдан эшләнгән аяҡ кейеме йылы ғына түгел, файҙалы ла.
Әйткәндәй, мастер-класс тураһында «Бәйләнештә» селтәрендәге төркөмөбөҙҙә пост сыҡҡандан һуң, күптәр Сулпан Дәминдәр ҡыҙынан тағы ла оҫталыҡ дәресе уҙғарыуын һорап яҙҙылар. Һәм мәҡәләне баҫыуға әҙерләгән арала сираттағы дәрес ойошторолдо ла. Унда Асҡар, Ҡаҙмаш, Ишҡол, Ҡусҡар, Дауыт ауылдары, Магнитогорск ҡалаһы ҡатын-ҡыҙҙары халҡыбыҙҙың боронғо кәсебе серҙәренә өйрәнде. С. Д. Әбдрәхимова оҙаҡламай быйма баҫыу буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрергә ниәтләүен белдерҙе.
Гөлнара КҮСӘРБАЕВА.