Спорт
13 Декабря 2022, 05:07

Иң көслөләр билдәләнде

«Батыр» физкультура-һауыҡтырыу комплексында кикбоксинг буйынса Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығының асыҡ беренселеге үтте.

Добавить в предпочтительные источники Google
Иң көслөләр билдәләндеИң көслөләр билдәләнде
Иң көслөләр билдәләнде

Сараны асыу тантанаһында тәбрикләү һүҙҙәре менән район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Р. Ғ. Хәлилов, Башҡортостан кикбоксинг федерацияһы рәйесе К. В. Шестаков сығыш яһаны.

Ярыштарҙа Өфө, Күмертау, Стәрлетамаҡ, Учалы, Сибай, Магнитогорск ҡалаларынан, Силәбе өлкәһенең Светлогорск ҡасабаһынан, Ейәнсура, Йылайыр, Әлшәй һәм Әбйәлил райондарынан йөҙҙән ашыу спортсы ҡатнашты.

Әбйәлил районы намыҫын Р. Н. Мәүлетдинов, И. Ш. Бараков, А. Р. Мәүлетдинов, В. Н. Изгин,  А. Ф. Йәноҙаҡов тәрбиәләнеүселәре яҡланы һәм яҡшы һөҙөмтәләргә иреште.

2010-2012 йылғы үҫмерҙәр араһында «лайт-контакт» дисциплинаһында беренсе урынды Роман Изгин (гимназия) алды, икенсене Кирилл Азанов (Сиҙәм) алды. Өсөнсөнө гимназия уҡыусылары Ғәзинур Йосопов, Аслан Мансуров, Айд Ғәбитов, Арслан Хәйруллин, 1-се Асҡар мәктәбенән Артур Нурғәлин, Илназ Йәноҙаҡов бүлеште.

2008-2009 йылғы үҫмерҙәр араһында «фулл-контакт» дисциплинаһында беренсе урынды Сиҙәм уҡыусылары Илназ Сафиуллин, Артем Мәүлетдинов, Данил Йосопов, Ирхан Сафиуллин (1-се Асҡар) яуланы. Икенсе урында — гимназия егеттәре Динир Ноғоманов, Нургиз Ғималов, өсөнсөлә Сиҙәмдән Динир Абдуллин менән Данис Ғәлин, гимназиянан Вилдан Сәлихов менән Салауат Хәйбуллин, 1-се Асҡар мәктәбенән Урал Сайпашев билдәләнде.

2008-2009 йылдарҙа тыуған ҡыҙҙар араһында «фулл-контакт» дисциплинаһында беренсе урынға Таһир Кусимов исемендәге гимназия уҡыусыһы Арина Борханова лайыҡ булды. Ошо уҡ йүнәлештә 2013-2014 йылдарҙа тыуған үҫмерҙәр араһында беренсе урынды Арыҫлан Ғәбитов (1-се Асҡар), икенсе урынды Артур Мәғәфүров (гимназия) алды.

«Лайт-контакт» дисциплинаһында командалар өсөн урындар түбәндәгесә билдәләнде: беренсе урынды Стәрлетамаҡ ҡалаһы, икенсене Әбйәлил районы, өсөнсөнө Өфө ҡалаһы спортсылары яуланы. «Фулл-контакт» дисциплинаһында лайыҡлы рәүештә беренсе урын яҡташтарыбыҙға бирелде. Икенсе һәм өсөнсө урындарҙы Стәрлетамаҡ һәм Күмертау ҡалалары алды.

БР кикбоксинг федерацияһы рәйесе К. В. Шестаков, район мәғариф бүлеге начальнигы Б. Х. Илһамов еңеүселәрҙе һәм призерҙарҙы иҫтәлекле грамоталар һәм миҙалдар, командаларҙы кубоктар менән бүләкләне.

Район балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе директоры Ласын Усманов район хакимиәтенә, «Батыр» физкультура-һауыҡтырыу комплексы коллективына, 1-се Асҡар мәктәбе администрацияһына һәм «Ирәндек» балалар лагеры коллективына ярышты ойоштороуҙа күрһәткән ярҙамдары өсөн ҙур рәхмәт белдерә.

Автор:Гульфия Хасанова 
Читайте нас