

“Батыр” физкультура-һауыҡтырыу комплексында Ватан һаҡсылары көнөнә арналған “Баһадир” хәрби-спорт ярыштары үтте.
Т. Кусимов исемендәге гимназиянан, 1-се Асҡар мәктәбенән, Урал аръяғы агросәнәғәт колледжының Әбйәлил филиалынан һәм “Ҡурай” ғаилә тәрбиәһенә булышлыҡ итеү үҙәгенән килгән командалар үҙ-ара көс һынашты.
–Берҙәм булғандар ғына еңеүҙәр яулай. Команда ағзалары барыһы ла тырышһа, һис шикһеҙ, еңеү яулаясаҡ, – тине ярыштарҙың баһалама комиссияһы рәйесе, “Боевое братство”район ойошмаһы ағзаһы Азат Дауытов, спортсыларҙы тәбрикләп.
Ҡыҙҙар һәм малайҙар автоматты ваҡытҡа һүтеп-йыйҙы. Артабан противогазды кем дөрөҫ һәм тиҙерәк кейә алыуын да белдек. Унан инде командалар яралы иптәштәренә тиҙ арала арала беренсел медицин ярҙамы күрһәтеп, уны яу яланынан алып сығыуҙа ла ярыштылар.
Команда ағзаларына теоретик һорауҙарға ла яуап бирергә тура килде. Мәҫәлән, Кемдеңдер йөрәге туҡтағанда, тәүге ярҙам нисек күрһәтәтелә?”, “Ауыртыуҙы ниндәй дарыуҙар баҫа?”, “Тиҙ ярҙам хеҙмәтенә шылтыратыу өсөн ниндәй телефон һандарын йыйырға кәрәк?” кеүек тормошта ла кәрәкле һорауҙарға яуап бирҙе. Шулай уҡ погондарҙағы билдәләрҙең, йондоҙҙарҙың ниндәй хәрби званиеға тура килеүен бер ниндәй икеләнеүһеҙ дөрөҫ яуап бирҙе уҡыусылар.
Ҡыҙыҡлы ла, мауыҡтырғыстар ҙа уйындарҙа командалар берҙәм эш итеүҙәрен, хәрби яҡтан белемле лә булыуҙарын күрһәтте. Айырыуса район үҙәге белем усаҡтарының ҡыҙҙары һәм егеттәре айырылып торҙо.
Төрлө ярыштарҙа йыйылған балдар буйынса иң күп мәрәйҙе Т. Т. Кусимлов исемендәге һәм 1-се Асҡар мәктәбе командалары йыйҙы һәм улар лайыҡлы рәүештә беренсе урынды алдылар. Уларҙан саҡ ҡына ҡалышҡан Әбйәлил колледжы уҡыусылары икенсе урын яуланы. “Ҡурай” тәрбиәләнеүселәренең ике командаһы ла мәрәйҙәрҙе бер тигеҙ йыйып, өсөнсө урындар билдәләнделәр.