Спорт
5 Июля 2023, 04:01

Өфөлә «Ебәк юлы» халыҡ-ара ралли геройҙарын күреү мөмкинлеге бар!

Раллиҙың стартына бер нисә көн ҡалып килә.

Өфөлә «Ебәк юлы» халыҡ-ара ралли геройҙарын күреү мөмкинлеге бар!Өфөлә «Ебәк юлы» халыҡ-ара ралли геройҙарын күреү мөмкинлеге бар!
Өфөлә «Ебәк юлы» халыҡ-ара ралли геройҙарын күреү мөмкинлеге бар!

7 июлдә уҙышсылар Өфөгә Салауат Юлаев исемендәге майҙанға киләсәк.

Тантана өлөшө 19:00 сәғәттә башлана.

      Тамашасыларҙы бейеү номерҙары, мотофристайлерҙарҙың сығыштары, раллиҙа ҡатнашыусылар менән фотоға төшөүҙәр һәм башҡалар көтә.

      Тантаналы юлдың аркаһы Зәки Вәлиди урамындағы 1-се йорт ҡаршыһында автомобиль парковкаһы янында урынлашасаҡ.

       Тәүге уҙышсыларҙың  килеүе 20:00 сәғәттә көтөлә.

Инеү ирекле.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас