+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
24 Июль 2023, 17:56

Беҙ Рәсәйҙе яратабыҙ

Бөгөн Өфөлә барған сурдлимпиясыларҙың йәйге уйындарының тәүге көнөндә Башҡортостандың баш ҡалаһы һәм тотош Рәсәй тураһында тәьҫораттары менән Ираҡ көрәшсеһе Хәсән уртаҡлашҡан.

Беҙ Рәсәйҙе яратабыҙ
Беҙ Рәсәйҙе яратабыҙ

     “Беҙҙең команда Өфөгә кисә килде, беҙ «Президент-Отель» ҡунаҡханаһында урынлаштыҡ.  Беҙҙе бик йылы, туғандары кеүек ҡаршы алдылар. Беҙ, Ираҡ халҡы, Рәсәйҙе бик яратабыҙ, һәм бында, Өфөлә, шул уҡ ҡарашты үҙебеҙгә ҡаратала тойҙоҡ. Бөгөнгө ярыштарҙа дуҫлыҡ һәм еңеүгә сәм хөкөм һөрә. Ҡатнашыусыларҙың һәммәһенә лә уңыштар һәм еңеүҙәр теләйем!, - тигән спортсы.

    Хәсән әйтеүенсә, ул урындағы милли ашты тәмләп өлгөрмәгән, ләкин быны мотлаҡ эшләйәсәк. Һәм баш ҡаланың иң матур урындарында булырға тырышасаҡ.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас: